13.03.2016

Күмертау ҡалаһында йәштәр форумы уҙҙы

11 март, Күмертау ҡалаһының Башҡорт республика политехник лицей - интернатында, йәштәр форумы уҙҙы. Форум, шулай уҡ, секцион ултырыштарға бүленде: йәмәғәтселек, спорт, дин, эшҡыуарлыҡ... Һәр кемгә үҙен, кәрәкле юҫыҡта, һынап ҡарау мөмкинселеге булды. Был мәртәбәле ултырыш башҡорт йәштәре араһында Күмертау ҡалаһында беренсе тапҡыр үткәрелә тип әйтергә була. Йәштәр һәм спорт бүлеге мөдире әйтеүенсә Марат Гильманов ҡала хаҡимиәте ҙур ҡыҙыҡһындырыу белдерҙе. Сөнки Йәштәр Советы, Бөтөн Донья Башҡорттары ҡоролтайы һәм Башҡорт йәштәр иғтифағы менән берлектә ҙур, ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле сығыштары менән килде. Госдума депутаты Сәлиә Шәрифйән ҡыҙын да был ултырыш бик ҡыҙыҡһындырҙы һәм ул ситтә ҡалманы. Был көн ултырыш менән генә сикләнмәне Йәштәр советы үҙ көстәре менән күрше райондар араһында волейбол буйынса Муса Мортазиндың 125 йәше айҡанлы Күмертау башҡорт гимназияһында ярыш үткәрҙе. Ә иһә кис йәштәр бергәләп ял итте. Өфө ҡунаҡтары үҙҙәре менән эстрабыҙҙың йәш йондоҙҙарын алып килде. Шулай итеп Күмертауҙа тағы бер тапҡыр тарихҡа инерлек, файҙалы һәм башҡорт йәштәренең иҫендә ҡалырлыҡ көн булды тип өмөт итеп ҡалабыҙ.
Рейтинг: 1  Ишемгулов Амир Минниахметович 0 149

Комментарии

 

Чтобы добавлять комментарии Вам необходимо авторизоваться.