14.02.2017

"100 ШӘХЕС" ПРОЕКТЫ ТАМАЛАНДЫ, ӘММӘ...

“100 шәхес” тип аталған телевизион конкурс үтте, шәхестәребеҙ һайлап алынды, исемлек төҙөлдө һәм нөктә ҡуйылды. Ҙур эш башҡарылды, сөнки конкурстың маҡсаты республика яҙмышында, үҫешендә, көрәш һәм һынылыш йылдарында тос өлөш индергән шәхестәрҙе һайлау ине. Әлбиттә, 100 йыллыҡ тарихтан иң лайыҡлыларҙы һайлап алыу ҡатмарлы. Ә шулай ҙа... 
“Башҡорт мәҙәниәте” предметы программаһы һәм дәреслектәре авторҙарының береһе булараҡ, башҡорт халҡының яҙмышына яңы һулыш өрөп ебәреүсе, яңы боролош яһаусы (мин шәхес төшөнсәһен популярлыҡ буйынса түгел, ә республикабыҙ яҙмышында ниндәйҙер һынылыш яһаусы, яңылыҡ индереүсе, яңы йүнәлешкә нигеҙ һалыусы уҙаман тип аңлайым) милләттәштәрҙең оло баһаға лайыҡ булыусылар исемлегендә булмауы күңелдә көҙөк булып ҡалды. Әлбиттә, был проектты һәр район үҙе дауам итә ала, “Билдәһеҙ Башҡортостан” тигән проекттар буласаҡ, тигән тынысландырыуҙар булды. Әммә ошо тынысландырыусы ике шартҡа ла инмәйәсәк шәхестәребеҙҙе ни эшләтербеҙ? Беренсенән, улар республикабыҙға нигеҙ ташы һалған, уның үҫеше өсөн тос өлөш индергән шәхес булһалар ҙа бөгөнгө көндә #Башкортостан территорияһына инмәгән, әммә заманында боронғо Башҡорт иле булған төбәктәрҙә тыуып-үҫкән. Был төбәктәрҙең бөгөнгө көндә ниндәй хәлдә икәнлеге һәр кемебеҙгә асыҡ һәм һәр төбәктең үҙенең “100 шәхес” тигән проекты дауам итер, тигән теләгебеҙ ни тиклем генә изге булмаһын, ул ғәмәлгә ашмаясаҡ. Икенсенән, золом ҡорбандары булған шәхестәрҙең нәҫел-нәсәбе, туғандары “халыҡ дошманы” тип тырым-тырағай юҡ ителде. Улар өсөн хәстәрлек күрер кешеләре лә юҡ кимәлендә. Был әсе хәҡиҡәт тауыш биргән саҡта күренде лә инде. “Бөйөклөк”тән мәхрүм ҡалған бер нисә шәхесебеҙҙе атап китеү яҙыҡ булмаҫ. Мәғлүмәттәрҙе бик ҡыҫҡа ғына яҙам. 

Рабиға Йәнғол ҡыҙы Ҡушаева. 

1917 йылғы революцион үҙгәрештәр башҡорттарға ла яңылыҡ алып килә. Ошо уҡ йылда Каруанһарайҙа Беренсе Бөтөн башҡорт ҡоролтайы ойошторола. Һамар губернаһынан Рабиға Йәнғол ҡыҙы делегат итеп һайлана. Ун алты йәшлек кенә уҡытыусы ҡыҙ ҡатын-ҡыҙҙарҙан бер үҙе генә була. Был хәл уны уйға һала. Ни өсөн ҡатын-ҡыҙ делегаттар юҡ? Революция ҡатын-ҡыҙға булған боронғоса ҡарашты үҙгәрмәнеме ни? Һәм ул һүҙ һорап, трибунаға сыға ла, үҙ дәғүә-талаптарын теҙеп һала: 
—шәриғәт буйынса ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар тиң хоҡуҡлы; 
—ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар сәйәси һәм ижтимағи эштәрҙә тиң хоҡуҡлы, шуның өсөн улар һайлауҙа ла ҡатнаша ала; 
—ҡатын-ҡыҙҙар тиң хоҡуҡлы булған милләт кенә үҫә һәм юғары мәҙәниәткә өлгәшә ала, бының өсөн, ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтары тураһында закон ҡабул иткәндә, уларҙың үҙҙәренең ҡатнашыуызарур; 
– никах уҡығанда ике яҡ та — егет тә, ҡыҙ ҙа — ҡатнашырға тейеш; 
– ғаилә тормошонда уңмаған осраҡтарҙа ҡатын кешенең айырылырға хоҡуҡлы булыуын танырға; 
– ҡыҙҙарҙы туған телдә һәм рус телендә уҡытыуҙы мотлаҡ тип иҫәпләргә. 
Рабиға шулай уҡ ҡыҙҙарҙы йәшләй (17 йәшкә тиклем) кейәүгә биреүгә, ирҙәрҙең күп ҡатын алыуына ҡырҡа ҡаршы сыға. «Йәшәһен милләттең яртыһын алып торған һәм уның үҫеүендә, сәскә атыуында ҙур көс булған ҡатын-ҡыҙҙар! Ҡатын-ҡыҙҙар— милләтебеҙ әсәләре, шуны аңларға ваҡыт!» — тип тамамлай Рабиға үҙенең телмәрен. Ошо көндән уның үҙен дә – ун ете йәшлек уҡытыусы ҡыҙҙы «Милләт әсәһе» тип йөрөтә башлайҙар. 
Йыйын Рабиға Йомағолованың тәҡдиме буйынса ҡатын-ҡыҙ мәсьәләһенә арналған ҡарар ҡабул итә. Был ҡарар Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙҙарҙың йәмғиәттәге статусын билдәләүҙә тәүге закон акты булараҡ әһәмиәтле. 
Рабиға Йәнғол ҡыҙы Ҡушаева иң беренселәрҙән булып башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының гражданлыҡ һәм сәйәси хоҡуҡтарын яҡлап сыға. 
1919 йылда (ун һигеҙ йәшендә!) РКП(б)-ның Башҡортостан Өлкә комитетынды эшләй, Эшсе-крәҫтиән ҡатын-ҡыҙҙарының 1 Бөтөн башҡорт конференцияһын ойоштора, 1921, 1924, 1927 йылдарҙа конференциялар, съездар үткәреүҙә әүҙем ҡатнаша. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн “Азат ҡатын” журналы ойоштороп, редакторы була. 1929 -1937 йылдарҙа Мәскәүҙә халыҡ мәғарифы комиссариатында балалар йорттары буйынса инспектор булып эшләй. 1937 йылда командировканан ҡайтып килгәндә юлда үлтерелә. 

Хафиз Ҡушай улы Ҡушаев Силәбе өлкәһе Арғаяш районынан. 1917 йылдан башлап Башҡортостан автономияһы өсөн милли көрәштә әүҙем ҡатнаша. Һәр ваҡыт республиканың ижтимағи-сәйәси тормошонда, йәмәғәт эштәре уртаһында ҡайнай. 1922-1929 йылдарҙа БАССР Үҙәк Башҡарма Комитеты рәйесе. Латин графикаһы нигеҙендә тәүге башҡорт алфавиты төҙөүҙә әүҙем ҡатнаша. 1929-1937 йылдарҙа СССР-ҙың ЦИК аппаратында эшләй. 

#Иманский–Мортазин Вәлиулла Ғайназар улы – #Ырымбур өлкәһе, Иманғол ауылында тыуған. Башҡорт актеры, режиссер, драматург, театр теоретигы. БАССР-ҙың халыҡ артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы. Бөгөнгө көндә гөрләп эшләгән театрҙың йәғни Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрын ойоштороусы. 1919-1937 йылдарҙа БАССР Хөкүмәт составында була. Актер булараҡ, репертуарында биш йөҙҙән ашыу роль бар. 
Өс шәхес тә бөгөнгө Башҡортостандан ситтә тыуып үҫкән. Һамар өлкәһе, #Силәбеөлкәһе, Ырымбур өлкәһе. Өсөһө лә золом ҡорбаны. 

Башҡортостаныбыҙ үҫешенә аҙ ғына һуңыраҡ осорҙа бер ни менән сағыштырғыһыҙ тос өлөш индергән ғалидарыбыҙҙан башҡорттар араһынан беренсе фән докторы Ҡадир Рәхим улы Тимерғазинды телгә алмау яҙыҡ булыр. Ул Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы Сабаҡтыкүл ауылынан. 
Ҡ. Р. Тимерғазиндың Башҡортостан нефте һәм геологияһы өлкәһендә хеҙмәттәре иҫ китмәле. Туймазы районында беренселәрҙән булып пермь, таш күмер (карбон), девон ҡатламдарында скважиналар быраулатыуға өлгәшә. Ә девон нефтенең булыуын кире ҡаҡҡан ғалимдарҙың фекеренә ҡаршы сығып, үҙенең хаҡлы булыуын иҫбат итергә һәм бөтөн яуаплылыҡты үҙ елкәһенә алып скважина быраулатырға ғәжәп көслө ныҡышмалылыҡ һәм үҙеңдең хаҡлы булыуыңа ышаныс кәрәк. Һуғыш йылдарында илебеҙҙә бензинға ныҡ ҡытлыҡ кисергән йылдарҙа девон нефтенең беренсе фонтаны атыла. Көтөлгәнгә ҡарғанда ла бай ятҡылыҡ булып сыға. Ғалим-геолог Туймазы, Баулы, Шкапово, Серафимовка ятҡылыҡтары асыуҙа әһәмиәтле роль уйнай. Илебеҙ өсөн ошондай әһәмиәтле хеҙмәте өсөн ул юғары наградаларға лайыҡ була. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1945), “Ҡыҙыл Йондоҙ” (1944) ордендары һәм миҙалдар менән наградлана. Ҡ. Тимерғазин фән өлкәһендәге хеҙмәттәре (етмешләп ғилми хеҙмәт авторы) ике тапҡыр “Почет билдәһе” ордены менән наградлана. 
Әлбиттә, “100 шәхес” исемлеген һайлап алыу буйынса абруйлы комиссия ағзалары быларҙы иҫәпкә алырға тейеш ине, тип иҫәпләйем. 
#МәрйәмБураҡаева
Салауат Юлаев ордены квңавалеры.
#100-летиеБАССР#ВыдающиесяБашкиры#МарьямБуракаева#100личностей
Рейтинг: 1  Ишемгулов Амир Минниахметович 0 259

Комментарии

 

Чтобы добавлять комментарии Вам необходимо авторизоваться.