24.07.2017

"Әхмәт ярышы" спорт фестивале үтте

22 июль, Ғафури районының Ҡаран-йылға ауылы эргәһендә "Әхмәт ярышы" спорт фестивале үтте. Шәхси эшҡыуар Әхмәт Аҫылбәковтың инициативаһы менән ойошторолған был байрам, Башҡортостандың 100 йыллығы һәм Ҡаран-йылға ауылының барлыҡҡа килеүенә 270 йыллығына арналды. Республикабыҙҙың төрлө райондарынан килгән ҡатнашыусылар, үҙҙәрен ат сабышында, халыҡ уйындарында, милли спорт ярыштарында, һәм йәйәнән (шул иҫәптән ат өҫтөндә) уҡ атыу ярыштарында үҙҙәрен һынап ҡараны. Учалы уҡсылары ла һынатманы, ярышта ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеләр - Руслан Әхмәҙиев 3-сө урын һәм аҡсалата призға лайыҡ булһа, махсус призға Рәйес Низаметдинов мәргәнлектә бер кемгә ал бирмәне! Афарин! 
Рейтинг: 1  Ишемгулов Амир Минниахметович 0 168

Комментарии

 

Чтобы добавлять комментарии Вам необходимо авторизоваться.