08.06.2018

"ТӨНЬЯҠ АМУРҘАРЫ"НЫҢ СЕРЛЕ БАЙРАҒЫ"

 "Төньяҡ Амурҙары"ның серле байрағы" (авторы Азат Ярмуллин) мәҡәләһен уҡығандан һуң тыуған фекеремде еткермәксемен. Йәғни байраҡ уртаһына ҡыҫҡартып, йәғни баш хәрефтәре менән генә яҙылған яҙманы логик фекер нигеҙендә асыҡламаҡсымын.

Ҡағиҙә буйынса, хәрби байраҡҡа хәрби берәмектең - полктың: беренсе - ҡайҙа төҙөлөүе, икенсе - кем тарафынан төҙөлөүе, өсөнсө - ниндәй төр ғәскәренә ҡарауы, дүртенсе - полк номеры һәм бишенсе - тәғәйенләнеше сағылдырылырға тейеш. Байраҡ уртаһындағы "О.Вһ.б.п.5О" яҙмаһы, унда "һ" хәрефе лә индерелеүенә ҡарағанда, башҡортса булырға тейеш. Ә һүҙҙәр боронғо урыҫ хәрефтәре менән яҙылған. Хәҙер шул хәрефтәрҙең айышына төшөнөп ҡарайыҡ. Баштағы "О" - Оренбург, тимәк, полк Ырымбурҙа төҙөлгән, тигәнде аңлата булыр. Артабан - "Вһ". Полк Ырымбур губернаторы Волконский фарманы менән төҙөлә. Ә 1-се һәм 2-се башҡорт полктары батшаның үҙенең указы менән барлыҡҡа килгән була. Шулай итеп, "В" - Волконский, ә "һ" - һыбайлы тигәнде аңлатып, ғәскәр төрөн тәшкил итә. Унан килә "б" - башҡорт. "П" - полк, "5" - тәртип һаны, "О" - особый - махсус, йәғни полктың тәғәйенләнеше. Ни өсөн "особый"? Сөнки ул һуғыш барған саҡта төп ғәскәргә өҫтәмә ярҙам рәүешендә булдырылған. 
Шулай итеп, тултырып уҡығанда, байраҡ яҙыуы ошолай килеп сыға: "Оренбург. Волконский һыбайлылары. башҡорт. полк. - 5. Особый." Хәҙерге телгә тәржемә иткәндә: Ырымбурҙа Волконский тарафынан төҙөлгән 5-се махсус башҡорт һыбайлы полкы. 
Шамил ХӘЙРУЛЛИН,
Рейтинг: 0  Ишемгулов Амир Минниахметович 0 217

Комментарии

 

Чтобы добавлять комментарии Вам необходимо авторизоваться.